Юлдыбаевская сельская модельная библиотека
Контакты

“Ҡанифа юлы” ҡул эштәре түңәрәге оҫталарын ҡотлайбыҙ!

#ГодКультурногоНаследия
#ДеньРукоделия
#ЗилаирскаяЦБС
#ЮлдыбаевскаяСМБ

16 ноябрь – Бөтә донъя ҡул эштәре көнө. Был көн сигеүсе, ҡул эше оҫталары, кәсепселәр һәм халыҡ ижадын һаҡлаусы оҫталар байрамы булып тора. Бөтә донъя ЮНЕСКО фонды ҡул эштәрен мәҙәни мираҫҡа тиңләне. Бындай ҡарар кешелек донъяһына мәғлүм булған күп төрлө һөнәрҙәр ваҡыт уҙыу менән юғалыу факты нигеҙендә ҡабул ителде (бөгөн, ЮНЕСКО докладына ярашлы, 200-ҙән ашыу һөнәр юҡҡа сыҡҡан).

Йылайыр районы Юлдыбай ауылы оҫталары ла, үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған ҡул эштәре менән дан тота.
Юлдыбай ауыл китапханаһында 2012 йылдан ҡул эштәре түңәрәге эшләп килә. Был түңәрәктә ауылыбыҙҙың иң оҫта, иң эшһөйәр, тыңғыһыҙ апайҙары йыйылған.
Һәр осрашыуҙа улар үҙҙәренең яңы эштәре, уйҙары менән бүлешәләр. Башҡорт халыҡ кейемен (түңгәүер ырыүы милли кейемен дөрөҫ итеп тергеҙеү маҡсаты), боронғо кәсепселекте (башҡорт шәлен бәйләү, турпыша – балаҫ, шәл һуғыу, кейеҙ баҫыу һәм башҡа төрҙәрен) тергеҙеү өстөндә ентекле эш алып баралар.
“Ҡанифа юлы” түңәрәгендә һәр төр ҡул эштәре буйынса үҙенең етәксеһе бар:
– башҡорт милли, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре буйынса – Амантаева Хәфизә Сәғәҙәт ҡыҙы,
– башҡорт халыҡ кейеме тегеү буйынса – Такалова Фәниә Шәкирйән ҡыҙы,
– балаҫ, шәл һуғыү, кейеҙ баҫыу буйынса – Моратова Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы,
– шәл бәйләү буйынса Нәҙерғолова Гөлнур Әхмәҙулла ҡыҙы,
– ҡорама ҡороу буйынса Вәлеева Рәшиҙә Әҙәһәм ҡыҙы,
– ырғаҡ менән бәйләү буйынса Иҫәндәүләтова Мәғәзирә Рәүеф ҡыҙы.
Һәр бер оҫтаһы үҙҙәренең ҡул эштәре төрө буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, яңы яңы ысулдарын өйрәнеп калғандарға өйрәтәләр.

“Ҡанифа юлы” ҡул эштәре түңәрәге бына инде 10 йыл эшләп килә, ошо ваҡыт эсендә күп кенә уңышлыктарға өлгәштек:
– 2016 йылда “Халыҡ кул эштәре туңәрәге” исеме бирелде, 2018, 2022 йылдарҙа уңышлы ғына был исемде яҡланыҡ,
– Оҫта ҡуллы апайҙарыбыҙ республикала һәм беҙҙең төбәктә үткән һәр бер фестиваль, бәйге һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып , сертификат, диплом, буләктәр алып торалар.

Бөтә донъя ҡул эштәре көнө уңайынан беҙ оҫта ҡуллы апайҙарыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, бөтмәҫ фантазия, ныҡлы һаулыҡ, донъя именлеге, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

+76