Юлдыбаевская сельская модельная библиотека
Контакты

ЮЛДЫБАЙҘА «ҺАУМЫҺЫҒЫҘ АУЫЛДАШТАР»

#ЮлдыбайҺаумыһығыҙауылдаштар
#ЮлдыбайЗдравствуйтеОдносельчане
#ЙылайыррайоныЮлдыбай
#ЗилаирскийрайонЮлдыбаево
#Юлдыбайкитапханаһы
#ЗилаирскаяЦБС
#ЮлдыбаевскаяСМБ
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, һаумыһығыҙ!
Һеҙҙе һағынып ҡайтты күпме туғанығыҙ!
Күҙ алдына килә барса уҙғанығыҙ,
Янғаныбыҙ, туңғаныбыҙ, уңғаныбыҙ…

Байрам көндә кисерәбеҙ бөтәһен дә:
Шатлыҡ йәше, йөрәктәрҙе өтәһең дә!
Хаҡ хыялым, күкрәгемде барма ярып,
Аҡ һағышым,
өтмә йәнем, ялҡынланып!..

Ер ҡәҙерен белгән атай-олатайҙар,
Ер арҡыры сыҡҡанда ла бола-дауҙар,
Мөҡәддәс зат күреп ерҙе һаҡлағандар,
Улдарына аманатҡа бағлағандар.

Телдең бәҫен,
моңон тойған өләсәйҙәрем,
Ырыуымдың айбар рухлы сәсәндәре,
Иман булып шытып сығыр сәскәнегеҙ,
Фәһем булыр хәсрәт-даръя кискәнегеҙ.

Усаҡ янһын,
сәй ҡайнаһын һәр бер көндә,
Бала тыуһын,
бәхет тулһын һәр бер өйгә.
Тыуған яҡты, ауылдаштар, онотмайыҡ!
Йөрәктәрҙең уттарын беҙ һыуытмайыҡ!

«Һаумыһығыҙ!» —
тип әйтергә бер-беребеҙгә,
Ауылдаштар, яҙһын гел дә,
яҙһын гел дә!

Ҡәҙим Аралбаев

Юлдыбай – республикала һәм Йылайыр районында иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Ул – Түңгәүер ырыуы башҡорттары ауылы, райондың көньяҡ-көнсығышында Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Ошо төбәк борон-борондан кешеләрҙе йәлеп иткән, быны археологик сығанаҡтар ҙа раҫлай.

18 июнь Юлдыбай ауылында «Һаумыһығыҙ ауылдаштар» байрамы үтте. Ауылыбыҙға ашҡынып улдары һәм ҡыҙҙары, оҙаҡ йылдар төрлө эштәрҙә эшләп киткән, ошо матур төбәкте яҡын күргән ауылдаштарыбыҙ ҡайтты. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы, ауылыбыҙҙың символы булған, “Ете ырыу” һәйкәле янында ағинәйҙәр һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йылы ҡаршы алдылар. Артабан, ҡунаҡтарҙы ауылыбыҙҙың билдәле урындары менән таныштырып үттеләр.
Һуғыш ветерандарын иҫлеп һәйкәлгә сәскә һалғандан һуң, байрам майҙансығы янындағы тирмәләргә юлландылар. Һәр организация тирмәһен ҡорҙо, үҙенең тарихы, уңған эшселәре, хәҙерге эше менән таныштырған күргәҙмәләр теҙҙеләр. Ә инде беҙҙең ағинәйҙәрҙең тирмәһендә йылы сәй, тәмле бәлештәр, кымыҙ менән һыйланылар. Тирмә эсендә башҡорт халҡының матур милли кейеме күргәҙмәһе, а тышында сағыу балаҫтар, ҡорама түшәктәр, бойма баштар һәм иҫ киткес матур селтәр ҡашмауҙар менән танышыу мөмкинлеге булды. Сәхнә янында халыҡ бик күп ине, матур сценарий буйынса әҙерләнгән тамаша ҡарап, йырлы-моңло сарала күптән күрмәгән ауылдаштарын осратып, һәр кем күңелен асты. Осрашыу бик матур үтте.

18 июня 2022 в селе Юлдыбаево прошел праздник «Здравствуйте, односельчане!», один из тех праздников, который собирает на земле предков большое количество людей. Вот и нынче Юлдыбаево пригласило своих земляков на общее торжество со всех уголков нашей необъятной страны. Праздник начался с замечательной традиции – встречи гостей у стеллы на въезде в село, песнями, танцами и угощениями – чак -чаком и кумысом. Среди берёз Парка Победы – были установлены сцена, скамейки, стенды «Аллея знатных людей села Юлдыбаево», «Трудовые династии нашего села». Гости посмотрели прекрасный концерт, параллельно шли спортивные состязания, работали торговые ряды и детские игровые площадки.

Украшением праздника были юрты организаций где, можно было ознакомиться со стендами и фотографиями об истории, работе, ветеранах и лучших работниках организаций. А особо притягивали юрты агинэйзэр и Махмутовых, богато украшенные изделиями рукоделия, это тканые и вязанные паласы, коврики в стиле печворк, женские нагрудные (селтэр)и головные (кашмау) украшения, башкирская национальная одежда. В этих юртах добродушно угощали чаем с пирогами и кумысом, каждый гость уходил оттуда с благодарностью.

Праздник удался, здесь собрались и встретились давно не видевшиеся родственники и односельчане, что позволит окрепнуть семейным и дружественным связям.

Здравствуйте, мои Односельчане! –
Мне хочется сказать Вам это вслух!
Посидеть бы Нам у речки на поляне,
Посудачить, так, часов до двух!

У Нас друг другу есть, что рассказать!
Не малый пройден жизни путь!
И есть о чем нам вместе помолчать,
И есть о чем взгрустнуть!

Чтоб у костра кружком Мы посидели,
Вспоминая молодость свою!
И соловьи чтоб где-то нам запели!
О! Боже! Как я их люблю!
Сергей Ведерников.

+94