Юлдыбаевская сельская модельная библиотека
Контакты

День матери

#Әсәйҙәр_ҡөнө
#Йылайыр_районы
#Юлдыбайауылы
#Юлдыбайкитапханаһы

Хәлдәрегеҙ нисек, һалдат әсәләре?

Һалдат әсәләренә.

Кисерегеҙ, һалдат әсәләре,
Һеҙ ут йотҡан саҡта көлгәнде,
Һеҙ йоҡоһоҙ саҡта йоҡлағанды,
Уйлы саҡта ғәмһеҙ йөр(ө)гәнде.

Кисерегеҙ…
Тормош дауам итә.
Күктәр тыныс булһын өсөн дә
Улдарығыҙ, ғәзиз улдарығыҙ
Утлы ғәрәсәттең эсендә.

Кисерегеҙ…
Беҙ ҙә һеҙҙең менән.
Бөтһөн һуғыш! – теләк бер генә!
Иҫән-имен ҡайтһын улдарыбыҙ
Тыуған йорто, тыуған еренә!
М.Байғарина.

90-сы йылдарҙан алып, ноябрҙең һуңғы аҙнаһында Халыҡ-ара”Әсәйҙәр көнө”билдәләнә.
Әсә-иң ҡәҙерле, изге, ҡәҙерле һәм һөйкөмлө зат. Ғаилә һәм йәмғиәт өсөн ышаныслы зат. Балалары өсөн мөхәббәт, нескәлек, наҙлылыҡ өлгөһө лә булып тора.
Әсә булыу-ҙур бәхет һәм шул уҡ ваҡытта, оло яуаплылыҡ, балаларыңа хәстәрлекле тәрбиә биреү.
Был бурыстарҙы тулыһынса үтәгән, улдарында намыҫлылыҡ, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләгән һоҡланғыс, мәдхиә йырларлыҡ әсәйҙәр йәшәй беҙҙең ауылда.
Бына шундай әсәйҙәр өсөн ,Юлдыбай ауылының модель китапхана мөдире Айытҡолова Рәмилә һәм “Ағинәйҙәр” ҡорон етәкләүсе Шәүрә Ҡорбанғәлива , шулай уҡ ауылдың ағинәйҙәре менән берлектә “Хәлдәрегеҙ нисек, һалдат әсәләре” тип аталған осрашыу кисәһе үткәрҙеләр.
Осрашыу, илдәге һуңғы ваҡиғаларға бәйле улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәр өсөн , һалдат әсәләренең хәсрәтен еңеләйтеп, ауыр уйҙарынан әҙгә генә булһа ла арындырып, бер береһе менән аралаштырыу маҡсаты менән үткәрелде.
Һәр әсә улдарының бала саҡтары, улар менән бәйле ҡыҙыҡ хәлдәре, матур хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Осрашыу йыр һәм шиғырҙар менән бергә үрелеп барҙы. Ҡотошова Рәйлә, Айытҡолова Фатиманың йырлауы барыһының да күңеленә хуш килде.
Нәфисә Нәҙерғолова ойошторған уйындар осрашыуға йәм өҫтәне.

Осрашыу ағинәйҙәр әҙерләгән мул табын артында дауам итте. Юлдыбай ауылының хакимиәт башлығы Ҡорбанғәлиев Илнур Илшат улы һалдат әсәләренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Мәҙәниәт йорто етәксеһе Әмир Моталлапов ” Әсәйҙәр көнө “нә арналған концертҡа бушлай инеү өсөн билеттар таратты.
Илһөйәр уландар тәрбиәләгән әсәләр был сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
Флюра Шарафутдинова.

ҺАЛДАТ ӘСӘҺЕ

Күҙ йәштәрен әсә һөртә-һөртә
Оҙата һалдатҡа балаһын.
Белмәй шул ул ғәзиз улҡайының
Ҡайһы тарафтарға бараһын.
Иҫән генә йөрөп ҡайтһын, тиеп,
Изге доғаларын уҡыйҙыр.
Ир етһә лә бала әсәһенә
Һаман да бәләкәй сабыйҙыр.
Һаҡта тора һалдат ил сигендә,
Тыуған йорттоң тойоп йылыһын.
Ғүмер биргән ғәзиз әсәһенең
Әсе күҙ йәштәре тыйылһын.
Түҙемлек бир, Хоҙай, әсәләргә,
Өмөт сатҡылары һүнмәһен.
Һалдат хеҙмәт итеп, кире ҡайтыр,
Һуғыш михнәттәре генә тыйылһын!

+1