Юлдыбаевская сельская модельная библиотека
Контакты

Педагоги и наставники нашего села Амантаева Х.С.

#Йылыйыррайоны2023

#Юлдыбайкитапханаһы

#Ҡанифаағинәйҙәре

#Ҡанифаюлыҡулэштәретүңәрәге

#Уҡытыусыһәмостазйылы2023

 

“2023 – Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы”

Уҡытыусы һәм ҡул эштәр оҫтаһы .

Юлдыбай ауылы китапханаһында көҙҙән алып май аҙағына хәтлем айына ике тапҡыр ҡул эштәре түңәрәге ултырышы үтеп тора, был осрашыуҙарҙа ауылыбыҙҙың оҫта ҡуллы ағинәйҙәре оҫталыҡ дәрестәре үткәреп торалар, «Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә”  тигән девиз аҫтында үтә был осрашыуҙар.

Башҡорт сәнғәтендә тамбурлы сигеү — туҡымаларҙы декоратив эшкәртеү буйынса боронғо алым. Был сигеүҙең иң киң таралған төрө. Башҡорт тамбурына традицион элементтар ҡатыш сәскәле-үҫемлекле орнамент хас, сигеүҙәрҙә сәскә, емеш суҡтары, үҫемлек һабаҡтарының сағылышы күренә. XIX быуат уртаһына тиклем сигеү өсөн төп материал булып йорт шарттарында етештерелгән туҡыма хеҙмәт итһә, XIX быуаттың икенсе яртыһынан — кизе-мамыҡ һәм ебәк туҡымалар була. Энә һәм ырғаҡ ярҙамында, киргегә ҡуйып та тегәләр.

Элмә сигеү (тамбур) оҫталыҡ дәресен ауылыбыҙҙың оҫта ҡуллы ағинәйе, “Ҡанифа юлы” халыҡ оҫтаҡулдар түңәрәге етәксеһе Амантаева Хәфизә Сәғәҙәт ҡыҙы үткәрҙе. Бына инде 11 йыл арымай талмай, оҫталыҡ түңәрәге ағзаларына, һәр ҡул эшенә өйрәнергә теләгән ҡатын ҡыҙҙарға, үҙенең оҫталыҡ серҙәре менән бүлешә. Оҫталыҡ дәрестәренән тыш өйөнә лә сит ауылдарҙан килеп ҡул эштәренә өйрәнеп ҡайталар.

Хәфизә Сәғәҙәт ҡыҙы районда ғына түгел, тирә-яҡ төбәктә ҡул эштәре оҫтаһы булып танылған. Ғүмере буйы математика уҡытыусыһы була, 40 йылға яҡын Юлдыбай мәктәбендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хөрмәтле хеҙмәт ветераны. Әйткәндәй, ул Өфөлә, Сибайҙа үткән фестиваль, мастер-класстарҙа ҡатнашып сертификат, дипломдарға эйе.

+2