Юлдыбаевская сельская модельная библиотека
Контакты

90 лет

 

#МортазаРәхимовҡа90йыл
#90летиюМуртазыРахимова
#ХалыҡПрезиденты #НародныйПрезидент #ПервыйПрезидентРБМуртазаРахимов
#ЗилаирскаяЦБС #ЮлдыбаевскаяСМБ

Мортаза Рәхимовҡа 90 йәш тулған булыр ине

7 февраль – республикабыҙ халҡы өсөн бик әһәмиәтле көн. Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тула. Бөгөн арабыҙҙа юҡ, оло үкенескә күрә… Әммә уның хаҡында йылы, яҡшы хәтирәләр йәшәй.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуа.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда, Өфө нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Төп эшенән айырылмай, 1964 йылда Өфө нефть институтының киске бүлеген тамамлай.

1960—1975 йылдарҙа КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, яңы производстволарҙы эшкә ҡушыу һәм көйләү буйынса баш инженер урынбаҫары булып эшләй.

1976—1978 йылдарҙа — предприятиеның баш химигы һәм баш инженер урынбаҫары вазифаларын башҡара.

1978—1986 йылдарҙа — КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры, артабан 1990 йылға тиклем директоры була.

1990—1993 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе.

1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тарафынан Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана.

2010 йылдың 12 июлендә вазифаһынан ваҡытынан алда китергә теләүе тураһында иғлан итә.

2010 йылдың 22 октябренән «УРАЛ» хәйриә фонды рәйесе була.

Башҡортостандың беренсе Президенты 2023 йылдың 11 ғинуарында вафат булды.
Источник; https://bashkizi.ru/news/-u–iy-ili-tar/2024-02-07/

+1