Юлдыбаевская сельская модельная библиотека
Контакты

Мастер класс и видео для рубрики “О нас” – “Клубы по интересам”

Мастер класс по изготовлению башкирского национального женского платка — «тастар»
#Йылайыррайоны
#Юлдыбайауылы
#Ҡанифаағинәйҙәре
#Ҡанифаюлы

“БАШҠОРТ НАҒЫШЫ”

“Сигеү – башҡорт ҡатын – ҡыҙҙары араһында киң таралған ҡул эше”

“Халыҡ кәсебен тергеҙеү, киләсәк быуынға еткереү” – маҡсаты менән 18 ғинуар көнө, Юлдыбай ауыл мәҙәниәт йортонда, “Башҡорт нағышы” исемле оҫталыҡ дәресе үтте.
Юлдыбай ауылы ағинәйҙәре төркөмө, “Ҡанифа юлы” ҡул эштәре түңәреге ағзалары һәм яҡын тирә ауылдарҙан килгән оҫта ҡуллы апайҙар, ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме “таҫтар” эшләү буйынса бик матур һәм фәһемле оҫталыҡ дәресенә йыйылды. Оҫталыҡ дәресенә Баймаҡ ҡалаһы һәм районынан ҡунаҡтар ҙа килде.
Оҫталыҡ дәресен ҡул эштәре түңәрәгенең етәксеһе, ағинәй Амантаева Хәфизә Сәғәҙәт ҡыҙы алып барҙы. Етәксебеҙ, ентекләп таҫтарҙың сигеү менән биҙәлгән өлөшөн эшләү серҙәрен өйрәтте. Ҡунаҡтарыбыҙ һатыуға туҡымалар, позументтар, биҙәүестәр алып килеп барыһында ҡыуандырҙылар. Эш барышында оҫтабикә апайҙарыбыҙ үҙ эштәре менән таныштырҙылар, сигеү уҙенсәлектәре менән бүлештеләр. Сәй табынында Ағинәйҙәр менән халҡыбыҙҙың күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, боронғо ҡул кәсептәрен, милли ризыҡтарын тергеҙеү эшен дауам итеү тураһында һүҙ барҙы. Ҡул эштәре оҫталары, “тастар” баш кейеме әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе йомғаҡтары буйынса, район конкурс фестивален үткәрергә ҡарар итте. Оҫталыҡ дәресенең һөҙөмтәһе булып һәр кем үҙенә кәрәк мәғлүмәт алып, оҫталыҡ серҙәрен өйрәнеп, бүлешеп һәм тере аралашыүға ҡыүанып ҡайтҡандарҙыр тип ышанабыҙ. Килгән ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Видео мастер класса по ссылке: https://vk.com/video182226268_456239851
+1