Юлдыбаевская сельская модельная библиотека
Контакты

ТЫУҒАН ИЛЕМ- БАШҠОРТ ИЛЕ, ТЫУҒАН ТЕЛЕМ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ!

#ДеньБашкирскогоЯзыка2021
#БашҡортТелеКөнө2021
#ЮлдыбаевскийЦКиД
#ЗилаирскаяЦБС
#ЮлдыбаевскаяСМБ
Тыуған телем башҡорт теле минең,
“Әсәй” тиеп телем асылған,
Был донъяның барлыҡ матурлығы
Ошо телем аша танылған.

Телебеҙҙе быуат төпкөлөнән
Мираҫ иткән ата-бабалар,
Юғалтмайыҡ тыуған телебеҙҙе,
Һүҙ әйтәлмаҫ телһеҙ балалар!

Башҡорт теле – тыуған телем минең,
Башҡортостан-минең баш йортом!
Тыуған илебеҙҙә тыуған телдә
Һүҙен әйтһен һәр бер башҡортом!

Балаһына тыуған тел өйрәтеү-
Һәр әсәнең изге бурысы!
Онотмаһаҡ ине бер ҡасан да
Иңебеҙгә төшкән бурысты!

Ситтән генә ҡарап ятмаһындар
Балалары булған һәр атай,
Телен өйрәтһендәр ейәндәргә
Һәр өләсәй, һәр бер олатай!

“БУРЫС” Фаузия Кутлугильдина-Алтынбаева.

14 декабрь – Башҡорт теле көнө айҡанлы Юлдыбай ауылы ял һәм мәҙәниәт үҙәгендә ҙур, йөкмәткеле сара үтте. Был сара мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналды. Сәхнәлә төп урынды Юлдыбай урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары биләне. Мәктәптә уҙғарылған “Ете аҙым” марафонына йомғаҡ яһалды, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәле эшләгәне һәм Башҡорт теле көнөнә арналған “Ете аҙым” марафонын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаты тапшырылды. “Ете аҙым” марафонында иң әүҙем ҡатнашыүсы уҡыусыларға, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Кисәне йыр моң һәм ағинәйҙәрҙең сығышы йәмләне. Ә инде Ураларъяғы агроинженерия колледжы студенттары сығышы башҡорт теленең киләсәге йәш быуын ҡулында икәнендә ышандырҙы. Кисә Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын күмәкләп һөйләү һәм дәртле башҡорт көйҙәренә бейеү менән тамамланды.

Башҡорт телен һаҡлайыҡ!
Теле барҙың – иле бар,
Иле барҙың – көнө бар,
Көнө барҙың – ҡәҙере бар!

Әгәр һәр беребеҙ телебеҙҙе яратып өйрәнһә, башҡаларҙың да ихтирамын яулай алһа, ул мотлаҡ йәшәр! Ә телебеҙ булһа, милләт йәшәй, туплана, тел ярҙамында киләсәккә юл яра.

********************************************

В Юлдыбаевском центре культуры и досуга 14 декабря была проведена итоговая часть марафона “Семь шагов “, акция посвящена 190-летию со дня рождения великого башкирского просветителя, поэта Мифтахетдина Акмуллы и Дню башкирского языка.
Основная часть мероприятия была посвящена выступлению и награждению учителей, учащихся и их родителей победителей участников марафона “Семь шагов “.
Чтение стихов чередовались концертными номерами что придало праздничное настроение.
На марафоне приняли участие также самые активные женщины села агинейзэр и студенты Зауральского коллежа агроинженерии.
Родной язык – это генетический код народа, который помогает сохранить в целом культурное наследие наших предков, идентифицировать себя в новом и многообразном мире, не потеряв своих основ.

+14